
Өфө уттары Харис Шәрипов
15 августа 2023, 18:10
Башҡорт эстрадаһында Харис Шәрипов исеме киң билдәле. Талантлы артист йыр сәнғәтендә утыҙ йыл самаһы ең һыҙғанып эшләй, халыҡ араһында ул күптән танылыу яулаған. Ә уның осло ҡәләмле автор икәнен күптәр беләме? Харис Мөбәрәк улы ғүмеренең байтаҡ өлөшөн яҙышыуға арнаған.