
Өфө уттары Яҙыусы, драматург Наил Ғәйетбаев менән осрашыу
4 июля 2023, 13:34
Башҡортостан ғорурланырлыҡ шәхестәрҙең береһе – Наил Ғәйетбай. Республикабыҙҙа ғына түгел, күрше һәм сит яҡтарҙа ла уның исеме яҡшы билдәле. Яҙыусы-прозаик, шағир, драматург, тарихи пьесалар һәм балалар өсөн повестар авторы, йәмәғәт эшмәкәре, педагог Наил Әсхәт улы Ғәйетбаев 20 июнь олуғ юбилейын – 75 йәшен билдәләне. Ошо уңайҙан дан алған шәхесте "Өфө уттары" студияһына саҡырып, әңгәмә ҡорҙоҡ.